ЫСЫҠТАҒЫ ҠОЯШ
Ысыҡтағы ҡояш йәйғоролай
Күңелеңдә һөйөү балҡығанда
Мин һаҡ ҡына күҙҙәреңә бағам–
Ҡарашыңдан йондоҙ атылғандай.
Ҡушымта:
Һинһеҙ йәшәй алмам, йәшәй алмам,
Йөрәгемде алдың тоташ ҡына,
Беләм, бәхет таңым һинһеҙ атмаҫ,
Ысыҡтағы алһыу ҡояшҡынам!
Һөйөүемдең илерткес был мәле
Киләсәккә бәхет яусыһылай,
Йөрәгемә йәйғор тоташҡайны
Ысыҡтағы ҡояш тамсыһынан.
Ҡушымта.
Ысыҡтағы ҡояш – һинең күңел
Һөйөүемә йәнә йән керетте.
Был тамсыҡай ғына бәхетемдең
Балҡып-һүнер мәле – мәңгелектер.
Ҡушымта:
Һинһеҙ йәшәй алмам, йәшәй алмам,
Йөрәгемде алдың тоташ ҡына,
Беләм, бәхет таңым һинһеҙ атмаҫ,
Ысыҡтағы алһыу ҡояшҡынам!
Диля Мухамедьярова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1