Арҡаларҙан арпа урайыҡ,
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
Һөйләгәндәр, әй һөйләһен,
Ишетмәгән кеше булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Был дөнъяның кәҙерен беләйек.
Түңәрәк тә, һай, ҙур ялан,
Ат уйнатам тиһәң, тау яман;
Ел елләмәй ҡурай һелкенмәй,
Ел елләмәй ҡурай һелкенмәй,
Бер йырламай йөрәк елкенмәй.
Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Был донъяның кәҙерен беләйек.
Был донъяның кәҙерен беләйек.
Диляра Идельбаева еще тексты
Другие названия этого текста
- Етегән - Бер алманы бишкә бүләйек (1)
- Алсу - Бер алманы бишкә бүләйек (Башҡорт халыҡ йыры) (0)
- Диляра Идельбаева - Бер алманы бишкә бүләйек ( разделим яблоко на пятерых) (0)
- Роза Вахитова - Бер алманы бишка булаек (0)
- Диляра Идельбаева - Бер алманы бишкә бүләйек (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2