Алсу Уразбахтина
БЕЙЕY.
Рәмзиә Әфләтүнова һүҙҙәре,
Юлай Yҙәнбаев көйө.
1. Тыпыр ҙа тыпыр баҫмағас,
Бейеү буламы бейеу.
Йөрәгеңде яндырмағас,
Һөйөү буламы hөйөу.
Ҡушымта:
Һәтс - терҙә - ритәйем дә,
Һәтс - терҙә - ритәйем.
2. Баҫайымсы бер өҙҙөрөп,
Нисек торайым түҙеп.
Эсемдәге серҙәремде,
Әйтеп бирәйем өҙөп.
3. Тыпыр ҙа тыпыр баҫҡанда
Шатлыҡ сәсрәhә әгәр.
Йөрәгеңде зымбырҙатып,
Етhен зиhенгә ҡәҙәр.
4. Тыпыр ҙа тыпыр баҫмағас,
Бейеү буламы бейеу.
Йөрәгеңде яндырмағас,
Һөйөү буламы hөйөу.
Дим Даутов еще тексты
Другие названия этого текста
- Дим Даутов - Бейеу (15 лет) (0)
- Ян Лира - Бейеу (12 лет) - http://vk.com/vernie_druzya_yana (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1