Һине күрһәм йәнгә дауа табам
Онотола барлыҡ мәшәҡәт.
Бер йылмайһаң тыуам өр-яңынан,
Һин- таң кеүек, гүйә нур-шәфәҡ.
Бер ҡарашың етә минең өсөн,
Яҙҙар еткән кеүек донъяға.
Күктә ҡояш йылы нурын һибә,
Һинең кеүек ихлас йылмая.
Һине күрһәм иңгә ҡанат үҫә,
Ҡайнар хистәр тула йөрәккә.
Һин - ҡояшым, шундай яҡынһың һин,
Шул уҡ ваҡыт йыраҡ-йыраҡта
припев
Һин йылмайһаң яҙҙар кире ҡайта,
Мөхәббәткә донъя төрөнә.
Һинең нурың йәшәү көсө булып
Килеп керҙе күңел түренә
Динислам Сафин еще тексты
Другие названия этого текста
- Динислам Сафин - Хине курхэм (0)
- Динислам Сафин - Һине күрһәм (Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре, Илдус Дәүләнов көйө) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2