Юлдарымда мөхәббәткә ышандым
Ғашиҡ булып хыялымда аҙаштым.
Ләкин йөрәк һүнмәй, тибеүҙән туҡтамай,
Өмөт менән һаман киләсәккә ҡарай.
Ләкин йөрәк һүнмәй тибеүҙән туҡтамай,
Өмөт менән һаман киләсәккә ҡарай.
Ҡырҙа үҫкән сәскәләрҙән
Гөллмәләр һиңә бүләк итәм.
Эх мөхәббәтем һин...
Үтер көндәр, һәм уйҙар...
Һаҡлап ҡала алмаған һөйөүебеҙ.
Башҡаны һин һөйәһең, башҡаны һин көтәһең
Башҡаның йөрәген һин ҙур бәхетле итәһең.
Ниңә мин түгел икән шул башҡа урынында
Бәхетле булғым килә тик һинең ҡосағыңда.
Ниңә һаман онотмайым һине
Ниңә һаман шулай янырға?
Ниңә һаман онотмайым һине
Ниңә һаман шулай янырға?
Болонда үҫкән сәскәләй
Һине, һине һөйөп кенә
Саф мөхәббәт минең йөрәгемдә
Бөтмәҫ яҡты нурҙар һибә.
Саф мөхәббәт минең йөрәгемдә
Бөтмәҫ яҡты нурҙар һибә.
Һине, һине һөйөп кенә.
Һине, һине һөйөп кенә.
Аҡ ҡайын һин йәшә ҡарама һин беҙгә
Йөрәгең саф һинең, бирешмә һин көҙгә.
Яңы йыл килгән төндә хыялдар ашһын күккә,
Шатлыҡ бәхеттәр генә гел юлдаш булһын һеҙгә.
Яңы йыл менән бергә йондоҙҙар атылған төндә
Йырҙарын бүләк итә Етегән төркөм һеҙгә.
Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ дуҫтар,
Яңы йыл килтерһен беҙгә шатлыҡтар.
Яңы йыл, Яңы йыл яңы бәхеттәр.
Яңы йылда ҡабул булһын һәр бер теләктәр.
Һөйәм яратам һине аңла,
Күпме инде әйтергә була.
Мин һине яратам, яратам, яратам.
Килдем яңғыҙ бөгөн ошо урамдарға
Осратырмын кеүек һине юлдарымда.
Юҡ, был хыял ғына, булмаҫ осрашыуҙар
Күңелемде генә улар йыуатырҙар.
Һуңғы осрашыуға йылдар үтеп китте
Һуңғы үбешеүҙәр онотолмаҫ инде.
Һуңғы осрашыуҙар, һуңғы үбешеүҙәр
Һуңғы тапҡыр һөйәм тиеп әйткән һинең һүҙҙәр.
Аҡ ҡыҙылдан йәйғор төҫтөң нурҙарынан
Ҡышын яуған ап-аҡ ҡарҙан,
Сәскә атҡан матур яҙҙан,
Бар һылыуҙан һылыуыраҡ,
Барын матурлыҡтан матур
Кем бар икән күңелемдә?
Мөхәббәтем, тик һин генә.
Һин,
Етегән поппури еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1