Әсәкәйем наҙлы кулдарың менән ,
Сәстәремдән һыйпап уяттың
Ҡояш кеүек балҡыған йөҙөңдө күреп,
Мин бик оҙаҡ һоҡланып яттым .
Яғымлы һүҙҙәрең, һөйкөмлө күҙҙәрең,
Йылыта күңлемде әсәйем,
Бер генә ҡараһаң, һин минең күҙемә ,
Юғала төҫлө бар ҡайғым.
Һин теләйһең миңә тик изгелек кенә ,
Һин биргәнең тормош һуҡмаҡтарын,
Йөрәгемдең иңтүрендә һаҡлайым мин,
Һиңә тейеп арнап йырҙарым.
Яғымлы һүҙҙәрең, һөйкөмлө күҙҙәрең,
Йылыта күңлемде әсәйем,
Бер генә ҡараһаң, һин минең күҙемә ,
Юғала төҫлө бар ҡайғым.
Күңелемә ауыр булған саҡтарымда ,
Һин һәр ваҡыт дауа булаһың,
Рәхмәт һиңә әсәй барыһы өсөндә ,
Күңелемдә йыр булып ҡалаһың.
Яғымлы һүҙҙәрең, һөйкөмлө күҙҙәрең,
Йылыта күңлемде әсәйем,
Бер генә ҡараһаң, һин минең күҙемә ,
Юғала төҫлө бар ҡайғым,
Юғала төҫлө бар ҡайғым,
Мең йәшә ҡартайма әсәйем.
Загида Шакирова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1