Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Загир Исянчурин - Күҙ күреме (муз.Рим Хасанов, аранж.И.Давлянов ) | Текст песни

Һинең янда уҙған был көндәрем
Булды әсәй, гүйә, төш кенә.
Бына тағын оҙатып ҡалдың мине,
Ҡулың ҡуйып ҡашың өҫтөнә.

Юлдар, юлдар, ҡай тарафта ғына
Йөрөтһә лә әсәй улыңды.
Күҙ алдымда баҫып тораһың һин,
Ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡулыңды.

Әсәй, бының серле мәғәнәһенә
Йәнем инде күптән төшөндө.
Бер өҙлөкһөҙ күҙәтәһең икән
Уҙған юлым, ҡылған эшемде.

Һау бул әсәй, йәнең рәнйемәһен,
Тағын китәм, китмәй сара юҡ.
Йыраҡ китәм, ләкин әсәләрҙең
Күҙ күреме етмәҫ ара юҡ.

Загир Исянчурин еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1