1. Ҡаршылар инем һәр бер таңды
Әгәр һин булһаң минең менән
Алтынға тиңләп был ер йөҙөн
Бүләк итер инем тик һиңә
2. Менер инем текә ҡаяға
Һине уйлау миңә көс бирер
Ҡош кеүек ҡанатланыр инем
Сөнки яратам йәнем һине
Припев:
Һалдым мәңгегә һинең усыңа
Һөйөүҙән янған йөрәгемде
Бар донъяның һүҙе лә етмәҫ
Аңлатырға мөхәббәтемде
3. Ғәфү ит мине һуңғы тапҡыр
Ғәйебемдән әрней күңел
Донъя һин булғанға ғына яҡты
Һинһеҙ миңә йәшәү кәрәк түгел
Am C
Am C
F G Am Em
F G
Припев:
C Am F G
Заһир Зайнуллин еще тексты
Другие названия этого текста
- Заһир Зайнуллин - Һөйөүҙән янған мөхәббәтем NEW 2015 (0)
- Заhир Зайнуллин - Һөйөүҙән янған мөхәббәтем 2015 (минус) (0)
- Заhир Зайнуллин - Һөйөүҙән янған мөхәббәтем NEW 2015 (0)
- Загир Зайнуллин NEW 2015 - Guitar-Vocal (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1