РАУШАНИЯ.
Уйылғанһың минең уйҙарыма,
Һарылғанһың күңел моңдарыма.
Шуға һинең наҙлы исемеңде,
Ҡушам һөйөү тулы йырҙарыма.
Һинең өсөн кәрәк булһа әгәр,
Менермен мин йондоҙҙарға ҡәҙәр.
Шуларҙың араһынан иң яҡты,
Йондоҙ бүләк итәрмен берәр.
Ҡушымта:
Раушаниям, минең Раушаниям,
Һине генә өҙлөп мин һөйәм.
Был донъяла юҡтыр һинһеҙ бер йәм,
Мөхәббәт алдында баш эйәм.
(2 тапҡыр).
Йөрәгемдән урғылған был йырым,
Бағышлана тик һиңә күҙ нурым.
Һин ғүмерлек минең мөхәббәтем,
Берҙән-берем тик һин матурым.
Ҡушымта:
Раушаниям, минең Раушаниям,
Һине генә өҙлөп мин һөйәм.
Был донъяла юҡтыр һинһеҙ бер йәм,
Мөхәббәт алдында баш эйәм.
(2 тапҡыр).
Ҡушымта:
(1тапҡыр).
Был донъяла юҡтыр һинһеҙ бер йәм,
Мөхәббәт алдында баш эйәм.
Раушанияға мин бай эйәм.
Зимфира апайыңдан еще тексты
Другие названия этого текста
- Рөстәм Ғиззәтуллин - Раушания (0)
- Зимфира апайыңдан - Раушания һеңлемә (0)
- Рөстәм Ғиззәтуллин - Раушания (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1