Беҙҙең үткән көндәр,
Йоҡламаған төндәр
Онотолмаҫ йылдар үтһә лә.
тыуған яғыбыҙҙа
Беҙ һалған һуҡмаҡтар
Күптән инде йуйылып бөтһә лә.
Малайҙарҙай әлдә йәш күңел,
Һис кенә лә бирешәсәк түгел.
Беҙ яраткан ҡыҙҙар,
Инде һеҙ ҡайҙарҙа?
Оноттоғоҙ микән һеҙ беҙҙе?
Ошо йырҙы тыңлап,
Үткәндәрҙе уйлап,
Хәтерләрһеҙ, бәлки, һеҙ беҙҙе.
Малайҙарҙай әлдә йәш күңел,
Һис кенә лә бирешәсәк түгел.
Атайҙар юлынан
Беҙ ҙә ҡыйыу үттек,
Элеп ҡуйҙыҡ инде ҡылысты.
Үҫтерәбеҙ улдар,
Үтәясәк улар
Тыуған илем ҡуйған бурысты.
Малайҙарҙай әлдә йәш күңел,
Һис кенә лә бирешәсәк түгел.
Зәки Мәхмүтов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1