Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Зәки Мәхмүтов - Саған | Текст песни

Рәми Ғарипов шиғыры

Күрә күктән көҙгө ҡояш:
Бойоға бер ҡарт саған.
Бар япрағын ҡойһа ла ул,
Ос япрағын һаҡлаған.

Һаман да ул нурға туймай,
Күҙ төбәгән ҡояшҡа.
Ә ҡояшы һирәк ҡарай,
Йылытмай инде башҡа.

Өҙгөләй ел ос япрағын,
Һәм ҡыраулы көҙгө төн.
Ә ул һаман йәшел әле,
Һаман өҙмәй өмөтөн!..

1953 йыл

Зәки Мәхмүтов еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1