https://vk.com/octavarecords
Зөбәржәтем минең, берҙән-берем,ҡәҙерлем!Һине матур байрамың,тыуған көнөң менән,18 йәшең менән ихлас күңелдән, бар йөрәктән ҡотлайым! Ошо тыуған көн уңайынан һиңә тормошоңдоң йондоҙҙарҙай яҡты, бәхет шишмәләреңдең мөлдөрәмә тулы, тыуыр таңдарыңдың тыныс, һаулығыңдың ныҡ булыуын теләйем,алтыным!
Тормош һынауҙары һине туғандарыңдан, дуҫтарыңдан айырмаһын. Һиңә яҙҙарҙай йәмле, йәйҙәрҙәй матур, көҙҙәрҙәй мул, ҡыштарҙай саф тормош насип итһен Хоҙай!
Юлдарың уң, бәхетең мул, уйҙарың изге булып, теләктәреңә ирешеп йәшә! Хоҙай һәр эшеңдә үҙе ярҙам итеп торһон!
Бөтә теләгән изге теләктәрең,яҡты хыялдарың тормошҡа ашһын,матурым!
Оло рәхмәтлемен ата-әсәйеңә,ошондай мөләйем, аҡыллы, матур,тырыш,тәртипле,алсаҡ,ярҙамсыл,шаян ҡыҙ үҫтергәндәре өсөн!
Бәләкәсем минең,әлбиттә,ҙур рәхмәттәремде һиңә белдергем килә!Минең менән булғанға,мине аңлағанға,мине яратҡанға.Бөтәһе-бөтәһе өсөн дә рәхмәтлемен.Ныҡ-ныҡ яратам һине..Зөбәржәтем.
Тыуған көнөң менән!♥
Һиңә бағышлайым, еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1