Һин һорама хәлең нисек тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә.
Белгең килһә минең хәлгенәмде,
Күҙҙәремә ҡара - шул да етә.
Һин һорама һағындыңмы тиеп,
Йөрәк һаман осрашыуҙар көтә.
Белгең килһә минең һағышымды,
Күҙҙәремә ҡара - шул да етә.
Һин һорама һөйәһеңме тиеп,
Мөхәббәтем йөрәгемде өтә.
Белгең килһә минең һөйөүемде,
Күҙҙәремә ҡара - шул да етә.
И. Нурғәлин һәм Г. Бикбулатова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1