1.Һин үлгәнсе мине һағынырһың,
Күҙ алдыңдан китмәм гүмергә.
Минең һөйөү яҡты хәтер булып,
Һинең менән йөрөр гел бергә.
Кушымта:
Ни булһала,мөхәббәтебеҙгә,
Тап төшмәне,кер ҙә ҡунманы.
Беҙҙең һөйөү,беҙҙең яратыуҙар
Оноторлыҡ ҡына булманы.
2.Һин үлгәнсе мине һагынырһың,
Минут һаен мине көтәрһең,
Мине эҙләргә тип диңгеҙҙәргә,
Сәхрәләргә сығып китәрһең.
Кушымта:
3.Һин үлгәнсе мине һағынырһың,
Ерҙәге иң яҡын кешеңде.
Төн урталарында иҫәрләнеп,
Ҡабатларһың минең исемде.
Кушымта:
Идрис Газиев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1