Нимәгә тотонһаҡ та үҙебеҙ,
Һә тигәнсе эшләп ҡуябыҙ,
Күркәм итеп өй һалабыҙ, йәйен бесәнен сабабыҙ,
Һис бирешмәй малын табабыҙ.
Беҙ ауылдың шәп егеттәре,
Типһәк тимер өҙөрлөктәре
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле
Ярһып типкән ут йөрәкле
Беҙ ауылдың ҡуш ғаирәттәре.
Ярһып типкән ут йөрәкле,
Ҡыҙҙарға ла кәрәкле
Беҙ ауылдың шәп егеттәре.
Һабантуйҙарҙа арғымаҡта,
Ал бирмәйсә ярһып еләбеҙ,
Сәхнәләрҙә шашып бейеп,
Көрәш майҙанына сыҡҡас,
Сит яктарға билде бирмәйбеҙ.
Беҙ ауылдың шәп егеттәре,
Еп-һәп - тимер өҙөрлөктәре
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле
Ярһып типкән ут йөрәкле
Беҙ ауылдың ҡуш(көс) ғаирәттәре.
Ярһып типкән ут йөрәкле,
Ҡыҙҙарға ла кәрәкле
Беҙ ауылдың шәп егеттәре.
Беҙ бит замана егеттәре,
Ауылымдың тау бөркөттәре,
Үҙебеҙҙе
Бына шулай гөрләп йәшәйбеҙ.
Беҙ ауылдың шәп егеттәре,
Типһәк- тимер өҙөрлөктәре
Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле
Ярһып типкән ут йөрәкле
Беҙ ауылдың ҡуш(көс) ғаирәттәре.
Ярһып типкән ут йөрәкле,
Ҡыҙҙарға ла кәрәкле,
Беҙ ауылдың шәп егеттәре.
Иҙел Нурғәлин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1