Тарих халыҡтарҙы сыбырт ҡылап ярҙы
Саңға әйләндерҙе көсһөҙ-күсһеҙҙәрҙе
Данға күмә барҙы нурлы-рухлыларҙы
Бөйөк маҡсат ҡуйып, алға ынтылыусыларҙы
Башҡорт ғорур тибеҙ, башҡорт яугир тибеҙ
Башҡорт көслө тибеҙ, башҡорт хисле, тибеҙ
Үткән заман менән ғорурланабыҙ беҙ
Бөйөҡ батырҙарҙың ейәндәре үҙебеҙ
Тик ниңәлер ҡала беҙҙе баҫа һала
Дала күңелебеҙ ҡалала ҡыҫыла
Урал тоҡомдары ҡаланы үҙһенмәй
Үҙһенгәндәр иһә үҙҙәрен әрһеҙләй
Ә бит үтә әрһеҙ булыу ғорур башҡортҡа килешмәй
Бөтәһе лә бер үк түгел, башҡорт уны ла аңлай
Ҡаланың ҡаты тормошо һәр бер кемде арбай
Ҡайһы бер ауырлыҡтарға бирешергә ярамай…
Башҡортостан баш ҡалаһы
Башҡорттарҙың баш ҡалаһы
Ҡалай итеп башҡортоңа
Баш ҡалала ҡалаһы…
Ауылдарҙа ғына башҡортлоҡ һаҡланды
Башҡортлоҡ ниңә ҡалала ваҡланды
Башҡортлоҡто ниңә ҡалала юғалттыҡ
Ҡайҙа гәйретебеҙ, ҡайҙа беҙҙең ихласлыҡ
Онотола йола, телдән тәм юғала
Вата һәм емерә телебеҙҙе ҡала
Ярлы ғына телдән мейе яралана
Киләсәк тоҡомға беҙҙән ниндәй тел ҡала?
Тарих еңмәгенде, ҡала беҙҙе еңә
Сит-яҡ әшәкеләр күңелдәргә инә
Ҡала ҡанундарын кем уйлап сығарған,
Ниңе ул ҡанунға беҙгә буйһонорға,
Иркебеҙ юҡмы ни, үҙ ҡанун сығарырға
Башҡортто күтәрергә, телебеҙҙе һаҡларға
Төлө яҡтар булла, ҡайҙа хоҡуҡ, ҡайҙа ғибрәт
Кем теләй – үҙен таба, нимә уйлайһың, йәмәғәт?
Теш ҡыҫҡанға, ай-һай, тештәр һынмаҫ,
Үрелгәндәр генә үкенмәҫ.
Батшаларға башҡорт баш эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!
Мин һинең менән һөйләшәм башҡортса,
Бер ниндәй ҡатмарлы һүҙ ҡүлланмайынса
Өйрәнелгән ябай телдә асырға
Төрлө фекерҙе һәр-бер кешегә
Мин - башҡорт, Урал тоҡомонан,
Һәм һиңә ике һорау менәң өңдәшәм:
Үҙәңдең башҡорт булыуыңа үкенәңмә?
Сит кешеләр араһында бер-үҙеңде күрәңме?
Әгәр шулай икән, беҙҙе тыңла,
Йолаларҙы онотма,
Ҡаланың һор кейеме аҫтында ултырма,
Сыҡ, асыл, һөйләш, ҡурҡма!
Башҡорт аҫыл, матур рухы менән балҡыр!
Ике Юз еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1