Илһам Байбулдин көйө һәм шиғыры
Әһә-һәй! Урал тауҙары,
Ята бабаларҙың рухтары.
Ҡалдырған беҙгә ҙур аманат
Сал тарих яҙылған таштары.
Уйна ҡурай моңдары,
Сыңла думбыра ҡылдары!
Быуаттарҙан-быуаттарға
Яңғрай халҡым йырҙары.
Ә-һәй!
Халҡым моңо, һүнмәҫ башҡорт йыры,
Үткән яҙмыштарҙың йылдары.
Һаҡла йырҙар юйылмаҫ таң тоҙо
Мираҫ иткән беҙгә ҙур аманат.
Уйна ҡурай моңдары,
Сыңла думбыра ҡылдары!
Быуаттарҙан-быуаттарға
Яңғрай халҡым йырҙары.
Ә-һәй!
Думбыра, ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ,
Дөңгөр, ятаған, сор, һорнайҙар -
Сәсәндәр сәскән тоҙ серҙәрҙе,
Халҡыма манат йырлайҙар.
Уйна ҡурай моңдары,
Сыңла думбыра ҡылдары!
Быуаттарҙан-быуаттарға
Яңғрай халҡым йырҙары.
Ә-һәй!
Илһам Байбулдин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1