1 куплет: Яҡынаймай беҙҙең аралар, уңалмайҙар тәрән яралар Хаттарым яуапһыҙ ҡалалар, е е е. Нескә билеңдән ҡосаҡлар, һоҡланып һиңә бер ҡарарға, Уйҙарым тик шул турала, е е е.
Ҡушымта: Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәнем, Ҡайҙа һин, мәхәббәтем. Ҡайҙа һин, ҡайҙа һин йәнем, Ҡайҙа һин, е е е.
2 куплет: Ғәфү итмәүеңде беләмен, төнгө уйҙарҙа аҙашамын, Һағынғанымды һин белмәйһең, е е е. Һағыштарҙан мин ғазапланам, күңелем наҙға һыуһаған, Һине табыуыма ышанам, е е е.