1)Төн йөҙө ай барҙа, ер йөҙө гөл барҙа йәм. Нурлана, йырлана, яҡтыра бар ғәләм. Ел иҫә наҙлыраҡ, ҡояшта яҡтыраҡ нур. Хистәргә күмелеп, яныңа мин киләм. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай. Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүең шундай. Елдәр ҙә наҙлыраҡ, ҡояш та яҡтыраҡ бит. Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай. 2) Һин барҙа, мин бармын. Мин барҙа, һин барһың, кил. Яратам, һағынам, һыуҙарһыҙ кипкән гөл. Йондоҙҙар балҡышы, йылғалар ағышы-һин. Йөрәгем яныуҙан, ҡалғаны бары көл. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай, Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүең шундай, Елдәр ҙә наҙлыра, ҡояшта яҡтыра бит, Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай
Илнур Рамазанов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1