Бөгөн һине мөхәббәттән азат итәм,
Һуңғы һүҙеңде әйтерһең, йәнем, көтәм.
Пар ҡанатымдың бер(е)һен йәлләмәй кисәм,
Мин ҡош түгел бүтән! Ҡара, атлайым ерҙән!
Һыҙып ташла мине хәтереңдән, уйҙарыңдан,
Тормошоңдан, яҙмышыңдан һыҙып ташла мине!
Яҙа башла мөхәббәтеңдең тарихын яңы биттән,
Ҡыҙыл юлдан, баш хәрефтән яҙа башла кире!
Бөгөн һиңә мин тыныслыҡ бүләк итәм,
Ватыҡ яҙмыштың яртыһын алып китәм.
Пар тормошомдоң ебен йәлләмәй һүтәм,
Мин ел түгел бүтән, дауыл туҡтаны иртән!
Һыҙып ташла мине хәтереңдән, уйҙарыңдан,
Тормошоңдан, яҙмышыңдан һыҙып ташла мине!
Яҙа башла мөхәббәтеңдең тарихын яңы биттән,
Ҡыҙыл юлдан, баш хәрефтән яҙа башла кире!
Илмира Имамова-Мәзитова
Ильмира Имамова-Мәзитова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1