Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ильнур Рамазанов - Йәшлек тауышы #DOLBITBASHKORTSA | Текст песни

Беҙҙең әле етеҙ саҡтар,
Йәш тайҙарҙы егер саҡтар,
Шул саҡтарҙың ҡәҙерен белеп,
Йәшәп ҡалайыҡ.

Беҙҙең әле егет саҡтар,
Ташҡа ла сөй ҡағыр саҡтар,
Тимерҙең дә ҡыҙыуында
Һуғып ҡалайыҡ

Ҡушымта: Йәшлек эҙҙәре артта ҡала,
Ә мин ашығам талпынам алға,
Туҡтатып булһа бер аҙ ғумер ағышын,
Тыңлар инем ҡабат йәшлек тауышын.

Беҙҙең айға менер саҡтар,
Күктән йондоҙ өҙөр саҡтар,
Шул йондоҙҙоң нурҙарында,
Йөҙөп ҡалайыҡ.

Беҙҙең әле матур саҡтар,
Йәш ҡыҙҙарҙы ҡыҫыр саҡтар,
Шул миҙгелдәрҙең рәхәтен,
Тотоп ҡалайыҡ.

Ҡушымта. Ай йөрәктә бай терәк
Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк
Үтһә үтһен йәш ғумерҙәр
Бейеп ҡалырға кәрәк!
Беҙ бит Урал йәштәре
Юҡтыр беҙҙең иштәре
Әйҙә ултырма
Беҙгә ҡушылып йырла


Ильнур Рамазанов еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1