"Бәхет-шатлығым - Юлдашым"
Рәил Игеҙбаев һүҙҙәре
Лиана Бикбаева көйө
1. Йондоҙҙар төндәрен балҡып,
Кешелек донъяһына юл һала.
Ғүмер һуҡмағында улар кеүек
Беҙҙе дөрөҫ юлға кем ҡуя(а)ла?
Ҡушымта:
Бәхет менән шатлыҡ һеҙгә
Юлдаш булып ҡалһын ғүмерлеккә!
Ошо йырым өмөт нуры булып
Тороп ҡалһын һеҙҙең йөрәктәрҙә!
2. Ләкин тик үҙебеҙ генә
Йондоҙ бул(а)алабыҙ үҙебеҙгә.
Дөрөҫ юлға аяҡ баҫыр өсөн,
Ышаныслы юлдаш кәрәк беҙгә.
Ҡушымта: шул уҡ
3. Донъя хәлен белеп булмай,
Оҙон тормош сәфәрен гиҙгәндә.
Юлда ниҙәр генә осраһа ла,
Өмөтөгөҙ бергә булһын гел дә!
Ҡушымта: шул уҡ
© 2014
ИМҺ етәкселәре еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1