Инсан
Башҡортомдоң биле һынған, йөрәге ҡатҡан,
Ерҙәре янған, телен онотҡан,
Эскегә батҡан, ул йәнен һатҡан, төшкән тубыҡҡа,
Данын юғалтҡан, башында бутҡа, сыҡты ул юҡҡа!
Халыҡтарҙы төкөтөү, милләтем көтөү,
Өмөттө өтөү, көсһөҙлөктән күнегеү,
Ярлыларҙан көлөү, сәйәсмәндәрҙе һүгеү,
Ҡалды шаршауҙы көтөү, әсе күҙ йәштәр түгеү…
Мәктәптәр ябыла, сит яҡта уҡый бала,
Ағыу һыуы һатыла, ауылдар юйыла,
Күп яҙмыштар сыйыла, көслө тауыш тыйыла,
Онотола бит йола, артабан да йоҡла,
Башҡорт! Тормошонда буталды,
Исемдәре юғалды, тарихта эҙе ҡалды,
Маңҡорт битлеге ҡара йөҙөн ҡапланы!
Кем менән беҙ ҡарғалдыҡ?!
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып,
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип.
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”
Фил МС
Һин башkортмо, егет, татыу йәшәhен өсөн
Күпме быуат түккән көсөн, халkын сыkkан еңеп
Исләйhеңме тарихты, исемде яулауы булмаған еңел
Маkсат - бер ҡасанда булма ебек
Ә киләсәк kараңғы, kайза kарама, яhалма -
hаңғырау hәм курмәмештәр
Йөрәк көтә үҙгәрештәр, кем яуаплы көн-курештә
Әсәм телен үлтерә хөкүмәт, рәсми рәүештә!
Ватан-ватан кем емерә, hине вата?
Кара көcтәрме эстән тарkата,
Аптырата алдаk донья, телдәрзе ҡыҫҡарта
Бөйөк ватан hуғышы 20 миллион ерҙә ята
Аң аптыраkта, ятам бишенсе kатта ятаkтын
Тормош hыйпамай, ямай аяkтан яңаkkа
Былай булhа дауамы тураhын юрайым
Килер вакыт, hуңғы башkорт уйнар ҡурайын.
Инсан & Фил МС еще тексты
Другие названия этого текста
- Инсан & Фил МС - Хаумы, башкорт (1)
- ИДЕЛЬ ЗАДАЙХАНОВ И ИЛЬМИР ЗАГИРОВ И ИЛЬНАР МУХОМЕДЬЯРОВ - Хаумы, башкорт (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1