Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Инсан - Еңеү 2015 | Текст песни

Ошо болоттар аҫтында дүрт йыл буйына
Иланы фәрештәләр үлем туйында
Сират, сират киткәндәрҙе ҡаршы алып,
Өҫкә оҙатып
Ошо йондоҙҙар аҫтында тоҙланды йылғалар
Ә ҡыҙыл төҫкә ингәс өмөттө батырҙылар
Әсәй, бир әпәкәй, тип илай бәпәй, ишетмәй.
Ошо тауҙар артында йығылды бер һалдат
Тишелде инде түш кәҫәһендә ятҡан хат
Ҡанға буялды ул яҙған ябай һүҙҙәр
Йомолдо күҙҙәр, ә өйҙә көтәләр
Ошо ут ялҡынында бөгөн күренә күп күҙ йәштәр
Һары хаттар, ҡыҙыл ҡан
Ҡабатланмаһын өсөн туҡтауһыҙ ян
Көтөп алынған Бөйөк Еңеүгә дан

Ошо болоттар аҫтында
Етмеш йәшлек ҡарсыҡ парадҡа ашыға
Ләкин уға сыға ел ҡаршыға
Шул һыуыҡ ел үтеп инеп осора ҡотон
Ҡарсыҡ күҙҙәрен йомоп, онотолоп хатта башына тотондо
Аңына өрөп шул һыуыҡ ел
Нимәләрҙер күрһәтә
Имеш әйтә беҙ ҡара тип майҙанда йығыла һәйкәлдәр
Күршеләр бер-береһен үлтерәләр
Ә һибелгән тарих урынына улта яңы һөйләмдәр
Яңы фашистар ҡысҡыра трибуналарҙан
Юғалып бөтмәгән яраларға төртөп һыҙландыралар
Ә тағы бер самолет ҡолаһа күп һорауҙар тыуыр
Ҡурҡма ҡарсыҡ яныпсаҡ яуаптар табыр
Шул саҡ һыуыҡ ел артабан китте осоп
Һыуыҡ ел китте артабан
Бахыр ҡарсыҡ ултырып ҡалды ҡото осоп йөрәген тотоп
Нимә булды һуң был, ул батты уйына
Тағы нимәләр күрһәтер тип был ел минең
Йөҙ йыллығыма

Мәңгелек утта яна иҫтәлектәр
Янында ҡойола күҙ йәштәр
Йондоҙ сәскәләр һауа ғүмерен
Һалдаттар кеүек еңеүгә

Инсан еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1