Уйла ниңә һинең өсөн был йырым яңғырай?
Хәҙер һаман да, ошо минутта
Ни өсөн һин ишетергә тейеш минең был һуҙҙәрҙе?
Был йырҙы тыңларһың, нимә үҙгәрер?
Мин уяндым тирә яҡҡа күҙ һалдым,
Йөрәгемде тыңланым, азатлығымды таптым,
Һаҙлыҡҡа батҡан аңымды ҡоллоҡтан ҡотҡарҙым,
Яҙмышты яҙыу ҡәләмен үҙ ҡулыма алдым.
Был яңы бейеклек, ләкин бейегерәк тауҙар ҙа бар,
Ысын беләм мин бейек тауҙың башында ятҡан ҡар.
Ислам дине миңә һуңғы туҡталыш булманы,
Был сәйәхәттең булып сыҡҡан дауамы.
Һәм бына был бейеклектән барыһы күренеп тора
Кешеләрҙең аңы һаман да сөфәр менән тула,
Таҙа булып тыуған йәндәр бер саҡ һаҙлыҡта бата,
Хатта үҙ теләктәре менән барып шунда сума.
Әйтерһеңдә, бөтәһелә ҡаты итеп йоҡлай,
Күренмәгән дошман яңы ҡоралдары менән уйнай.
Телевизор, телефон, интернет, матбуғат,
Бөтәһелә, әйтерһең, зомби, бөтәһелә быға шат.
Дөшөндөм, ләкин мин һиңә өлгө түгел,
Инсан хушлашырға тора шуны ҡолағыңа эл,
Бел һәр беребеҙ үҙ һайлауына хужа,
Һайлау артынан һайлау - яҙмыш килеп сыға.
Яңы һайлау, яңы боролош, яңы көндәр, яңы тормош
Һәр бер йән үҙ һайлауына хужа,
Һәр бер йән үҙ донъяһына хужа,
Яңы һайлау, яңы боролош, яңы көндәр, яңы тормош
Һәр бер йән үҙ һайлауына хужа,
Һәр бер йән үҙ донъяһына хужа.
Тирә-яҡ, ысынбарлыҡ беҙҙе йәшәргә өйрәтә,
Тормош ниндәй булырға тейеш икәнен телевизор күрһәтә,
Фекер тигән нәмәң булмаһа, матбуғат бирә,
Һәр хәрәкәтең кемдер менән күҙәтелә.
Бөтәһелә былай, йәғни бөтәһелә тегеләй,
Башҡаларға оҡшамаһаң, тимәк һинең башың эшләмәй.
Көтөү-көтөү һарыҡтар алға-артҡа йүгерә,
Башҡаларҙың маҡсаты өсөн үҙ көсөн бирә.
Асыҡ аң ҡара зинданға ябылған,
Кешеләрҙән ысын азатлыҡ күптән тартып алынған,
Кеше был системала бер бәләкәс кенә өлөш,
Тормош үҙе ысынмы икән, әллә инде ул төш.
Төш булһа, кемдең төшөндә беҙ йәшәйбеҙ?
Әгәр ул уянһа, беҙ ни эшләйбеҙ?
Һорауҙарға яуаптар ҡайҙа, йыһан сигендәме?
Әллә һин сәй эсеп ултырған сынаяҡ эсендәме?
Һәм ниңә һинең өсөн минең был йырым я
Инсан МС еще тексты
Другие названия этого текста
- Инсан МС - Яҙмыш нигеҙе (0)
- Инсан МС - Яҙмыш нигеҙе (любителям Баш.муз.) (0)
- ILnUR FIL - ЯZMЫSH (0)
- Инсан - Язмыш нигезе (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1