Тормош мәғәнәһен
Юғалтҡан кешеләр күбәйә…
Балҡып торған осҡон
Күптәрҙең күҙҙәрендә һүнә…
------------------------------------
Бына бер ир урам буйлап
Атлап килә,
Бѳтә кешеләрҙең иғтибарын
Үҙенә йәлеп итә.
Уның ѳҫтѳ бысраҡ, иҫке әйбер,
Күҙҙәре күп-күк, туҡмалған
Һыуыҡ урам ғына уны
Ҡабул итеп алған.
Ашарға, эсергә
Ҡайҙа тағы эҙләргә?
Кеше күҙҙәренән ҡасып
Ҡайҙа тағы йәшенергә?
Ошо һорауҙар уның башында
Тынғыһыҙ уйнай
Ә эс тағы бушай,
Ашарға һорай
Онотолор ѳсѳн ул
Самогон эсеп ҡарай
Подъездарға кереп уның
Һыуыҡ иҙәнендә йоҡлай.
Кемдер күреп ҡалды –
Хәҙер тағы туҡмар инде,
Ҡабырғаларҙы һынап һындырып
Урамға ташлай.
Әйтерһең дә уға
Юҡ урын был донъяла
Тағы ла урамда
Һыуыҡта йоҡлап ҡала
Башҡалар ѳсѳн ул хайуан
Изге хайуан
Бѳтѳнләй ул донъяла
Яңғыҙы тороп ҡалған.
-------------------------------------
Тормош мәғәнәһен
Юғалтҡан кешеләр күбәйә…
Балҡып торған осҡон
Күптәрҙең күҙҙәрендә һүнә…
-------------------------------------
Урамда йоҡлап ята
Ләкин кешесә тѳш күрә.
Үткән матур тормош
Уның иҫенә керә:
Бына фатир, бына ҡатыны,
Бына уның улдары –
Уларҙы бѳтәһен дә
Ул ныҡ итеп яратты,
Тик барыһын юғалтты
Яҙмыш урамға ташланы
Кире барып ишегенә
Шаҡып та ҡараны,
Тик йѳрәкһеҙ ирҙәр сығып
Ҡаты туҡманылар,
Ауыҙын яптылар,
Телен ҡыҫҡарттылар.
Шунан бирле һыуыҡ урамдарҙа
Был ир йәшәй,
Тормош мәғәнәһен юғалтып
Кѳн һайын эҙләй
Ә тѳндәрен
Яҡты йондоҙҙарҙы ла ул күрмәй,
Инде илай ҙа белмәй,
Кѳлә лә белмәй!
Кѳн үтеп, кис етеп,
Был кѳн дә үтеп китте,
Тѳнгѳ һунарға сығырға
Ваҡыт та килеп етте.
Тик бѳгѳн урамдарҙа
Ул мәңгегә юғалды!..
(Һы!) Әйтерһең дә бында ул
Бер ҡасан да булманы…
-------------------------------------
Тормош мәғәнәһен
Юғалтҡан кешеләр күбәйә…
Балҡып торған осҡон
Күптәрҙең күҙҙәрендә һүнә…
-------------------------------------
Беҙ бѳтәбеҙ (ҙә) кешеләр,
Беҙҙең бѳтәбеҙҙең дә
Йѳрәгебеҙ бар,
Йәнебеҙ бар.
Инсан еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1