Өс йүнәлеш, бер бәйләнеш – кеше
Ошо өс яҡҡа ҡарай үҫергә тейеш!
Бер яҡҡа бирелеп, икенсеһенә ҡул һелтә,
Ысынбарлыҡ үҙе һинең танауыңа сиртә!
Беренсеһе-АҠЫЛ! Белемеңде туплап,
Мейеңде ҡыбырлат! Яңы асыштарға ынтыл!
Китап биттәрендә наҙанлыҡтан дарыу табырһың,
Кәрәк саҡта үткер һүҙҙәр менән атырһың!
Икенсеһе-ул ТӘН! Ҡорал итеп бирелгән,
Дөрөҫ ысул менән уны ҡулланырға өйрән!
Матди байлыҡ артынан ҡурсағыңды ҡыбырлатырһың,
Ҡартайып боҙолһа, бирерҙәр яңыһын...
Өсөнсөһө-РУХ! Мәғәнә артынан ҡыуыу,
Сикһеҙ йыһан менән берҙәмлектә булыу!
Өсмөйөш үҙәгендә ята Яугир юлы!
Өс йүнәлештә үҫеү - ысын Яугир булыу!
Өс өлөш берҙәмлеге-Яугир Юлы,
Һәр яңы секунд - уның яңы яуы!
Яугир юлы Етегән йондоҙҙоң һәр береһенән үтә,
Өс йүнәлештә ете нөктә.
Һәр кимәлдә йәне туплай тәжрибә!
Яңыһына күтәрелә әгәр имтиханды бирһә!
Яугир ҡурҡмай үлемдән сөнки ул АҢ кимәлендә!
Үлергә ҡурҡа АҠЫЛ, ҡурҡып ул уйҙар һибә!
Яугир АҠЫЛын тыя, һәр мәл хужаһы булып,
Яҙмышын яҙа икеләнеүһеҙ хәрәкәт ҡылып.
Һәр һынауҙы ул батырҙарса ҡаршылай,
Ниндәй юлдар алдына баҫмаһын, дөрөҫөн һайлай,
Сөнки АҠЫЛ ҡоло булмай, ТӘНен ялҡаулыҡҡа һатмай,
РУХын онотмай, яугир барыһын АҢлай!
Үҙеңә ҡара, яугирлығың бикле түгелме
АҠЫЛ зинданында? Асҡыс ҡулыңда!
Азатлыҡ бүләк ит аңыңа!
Уянғас күрерһең яугир юлын алдыңда!
Өс өлөш берҙәмлеге-Яугир Юлы,
Һәр яңы секунд - уның яңы яуы!
Инсан еще тексты
Другие названия этого текста
- Инсан - Яугир Юлы (1)
- Инсан - Яуғир юлы (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2