Минең илем.
Башҡортостан, гүзәл ерем, һиндә үтә минең ғүмерем,
Йәшлек йылдарым, яҙмыш юлдарым.
Атай-әсәй, туғандарым, миңә яҡын булғандарым,
Рәхмәтле һиңә, ғәзиз илемә.
Сит илдәрҙә бәхет тапмам, һеҙҙән мәңге баш тартмам,
Тыуған еркәйем, атай-әсәйем.
Яҙмыш беҙҙе айырмаһын, хоҙай етем ҡалдырмаһын,
Йәшәйек бергә, бергә ғүмергә.
Башҡортостан, гүзәл ерем, һиндә үтә минең ғүмерем,
Йәшлек йылдарым, яҙмыш юлдарым.
Алда әле бар күп эштәр, күп асыштар, төҙөлөштәр,
Барыһы ла һиңә, минең илемә.
Ирек Галимов, Ильнур Мусин еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1