Ишкәксе йыры
Бөтөнләйгә инде йыраҡтарға
Пар аҡҡоштар киткән был күлдән
Мин дә китәм инде
Шул яҡтарға ҡарап
Тик үкенмәм микән үкенмәм
Мин дә китәм инде
Шул яҡтарға ҡарап
Тик үкенмәм микән үкенмәм
Мин дә китәм иркәм шул яҡтарға
Кәмәләрҙә яңғыҙ йөҙәргә
Армаҫ микән ҡулым
Талаҫ микән ҡулым
Ишкәктәрҙе яңғыҙ ишкәндә
Талаҫ микән ҡулым
Армаҫ микән ҡулым
Ишкәктәрҙе яңғыҙ ишкәндә
Ул да минең кеүек һарғаймаһын
Гүзәл ҡошом минең аҡҡошом
Унан башҡа минең бәхтем
Ярты ғына минең
Нисек итеп уны онотаһың
Унан башҡа минең бәхтем
Ярты ғына минең
Нисек итеп уны онотаһың
Нисек итеп уны онотаһың
Нисек итеп уны онотаһың
Ирек Ноғоманов еще тексты
Другие названия этого текста
- Ирек Ноғоманов - Ишкәксе йыры (0)
- ♫ ..ιllιlι.. ♪♫ ..ιllιlι. ♪.ιllllι ♫.ιll.l ♪ - Ишкәксе йыры (0)
- Ирек Ноғоманов - Ишкәксе йыры (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2