Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ирек Ноғоманов - Әсәйем | Текст песни

Миҙхәт Әбделмәнов көйө һәм шиғыры

Аҡ бәҫ тигән сәсең
Ҡойолалыр, әсәй,
Ҡойолалыр, бик йыш тарама.
Улым ҡайтыр тиеп
Аҡ күлдәген кейеп,
Буш юлдарға зарығып ҡарама.

Беҙ тигәнсә түгел
Сит илдәрҙең күге,
Юлдары ла сикһеҙ, бик оло.
Ҡайтам тиһәм дә мин
Яндарыңа әсәй,
Ҡайта алмамым, ахры, был юлы.

Беләм, ауыр һиңә,
Алған хәбәреңдә.
Ә шулайҙа ғәфү итерһең.
Буш юлдарға ҡарап,
Төштәреңде юрап,
Һин барыбер мине көтөрһөң.

Беләм, ауыр һиңә,
Алған хәбәреңдә.
Моңһоуланып илап ҡалырһың.
Абынһа ла улың,
Йығылһа ла улың,
Һин күтәреп барыбер алырһың.

Ирек Ноғоманов еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3