Бәхет асҡыстары таптыңмы?
Әллә ожмах ҡошо тоттоңмо?
Йә булмаһа, әкиәт егете
Юлдарыңа үҙе сыҡтымы?
Тәгәрәһен ғүмер йомғағың,
Үтелһендәр айҙар, йылдарың.
Һөйөү батша булған ерҙәргә
Алып барһын һине юлдарың.
Ҡушымта 2 раза (припев):
Йондоҙҙар күп бик күп һанаһаң
Матурҙар күп бик күп һайлаһаң
Һинең гүзәллеккә күҙ тейәр
Йөҙҙәреңә тултырып ҡараһам
Ҡушымта 2 раза (припев)
Юлдаш булһын һиңә именлек!
Йәнәшәңдән барһын изгелек!
Йөҙҙәреңә сыҡҡан бәхетең
Була күрһен берүк мәңгелек!
Ирек Нугуманов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2