Күтәрелдем бейек түбәләргә,
Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар.
Тауға ҡарап, тау булаһым килде.
Ах, хыялым минең — шул тауҙар.
Диңгеҙ кистем. Тулҡындар, һеҙ ниңә
Йөрәгемә бәреп индегеҙ?
Индегеҙ ҙә ҡабат тынманығыҙ.
Ах, хыялым хәҙер — шул диңгеҙ.
Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә,
Һәр бер һулышыңды тоямын.
Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең
Тик һаман һин минең хыялым.
1969 йыл
Искандер Газизов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1