Ильяс Аллаяров көйө
Лариса Абдуллина шиғыры
Исеңдәме ямғыр яуҙы
Ҡарағай урманында.
Юк, яуманы ул, йырланы ул,
Беҙ икеү тураһында.
Йырланы ямғыр, йырланы,
Күңелдәрҙе нурланы.
Иламһырап йыр тыңланы
Йәш ҡарағай урманы.
Күңелдәргә һеңеп ҡалды
Моңдары шул миҙгелдең.
Әллә ярһыу сағы ине
Иңдәремә түгелдең.
Йырланы ямғыр, йырланы,
Күңелдәрҙе нурланы.
Иламһырап йыр тыңланы
Йәш ҡарағай урманы.
Шул урманда яҡтыртың һин,
Һүрелгән хистәремде.
Һинең менән үтһәм ине
Ҡалған ғүмерҙәремде.
Йырланы ямғыр, йырланы,
Күңелдәрҙе нурланы.
Иламһырап йыр тыңланы
Йәш ҡарағай урманы.
Наратлар урманында (татарча вариант)
Ильяс Аллаяров көе
Лариса Абдуллина сүзләре
Исеңдәме яңгыр яуды
Наратлар урманында.
Юк, яумады ул, җырлады ул,
Без икеү турасында.
Җырлады яңгыр, җырлады,
Күңелләрне нурлады.
Еламсырап җыр тыңлады
Яшь наратлар урманы.
Күңелләргә сеңеп калды
Моңнары шул мизгелнең.
Әллә ярсу чагы иде
Иңнәремә түгелдең.
Җырлады яңгыр, җырлады,
Күңелләрне нурлады.
Еламсырап җыр тыңлады
Яшь наратлар урманы.
Шул урманда яктыртың син,
Сүрелгән хисләремне.
Синең белән үтсәм иде
Калган гомерләремне.
Җырлады яңгыр, җырлады,
Күңелләрне нурлады.
Еламсырап җыр тыңлады
Яшь наратлар урманы.
Искәндер Ғәзизов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1