МАТУР ЙӘШӘҮ – ҮҘЕ БАТЫРЛЫҠ
Матурлыҡты ҡайҙан алам, тимә,
Һутың булһа сәскә шытырлыҡ,
Йәрәгеңдә үҫтер нәфис гөлдәр –
Тормош бит ул – үҙе матурлыҡ!
Күңелеңдә ҡояш балҡығанда
Күҙҙәреңдә йәйғор уйнаһын,
Йөрәгеңде буран урағанда
Бар кешеләр яҙ тип уйлаһын!
Күрә генә бел һин, нисә төҫтә
Балҡығанын тормош йәйғоро,
Түҙә генә бел һин, сыландырһа,
Ҡара ҡайғы, һағыш ямғыры…
Еңел түгел, беләм, һин еңеп сыҡ!
Еңелеүҙәр булыр татырлы…
Батырлыҡты ҡайҙан алам, тимә,
Матур йәшәү – үҙе батырлыҡ!
Ишкуватова Гульдар еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1