МОҢАЙМАСЫ, БЕРҮК!
Бошонмасы яңғыҙ ҡалдым тиеп,
Һуңланым тип, йәшлек яҙына,
Кемдер берәү була – һине уйлар,
Кемдер берәү һине һағына...
Ҡушымта:
Моңаймасы берүк, донъя көләс,
Һин йылмайһаң, ул да мөләйем.
Йылдар аша килеп етә алмай,
Кемдер һиңә илтә йөрәген...
Бәлә килһә, елдән хәбәр ебәр,
Күңел ҡапҡалары асылыр–
Кемдер берәү һиңә бәхет теләр,
Кемдер берәү һиңә ашығыр.
Ҡушымта.
Шатлығыңа йыһан тар сағыңда
Йондоҙҙарға тарат йыр итеп–
Кемдер берәү күккә текләп илар,
Кемдер йырлап күңел йыуатыр.
Ҡушымта:
Моңаймасы берүк, донъя көләс,
Һин йылмайһаң, ул да мөләйем.
Йылдар аша килеп етә алмай,
Кемдер һиңә илтә йөрәген...
ИШКУВАТОВА ГУЛЬДАР еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2