Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ишмулла Дилмөхәмәтов - Сәлимәкәй | Текст песни

Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек,
Тора-тора мендем дә башына.
Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы,
Сәлимәкәй, ҡара ла ҡашыңа.

Ике лә генә аҡҡош, ай, һауала,
Ыласын, шоңҡар ятмаҫ ояла.
Бик күп йөрөп илдә, күпте күрҙем,
Һиндәй һылыу һирәк донъяла.

Сәлимәкәй һыуға барған саҡта,
Елдәр һыйпап һөйә башынан.
Сәлимәкәй төндә йоҡлағанда,
Ай көнләшә ҡыйғас ҡашынан.

Ҡараһана, Сәлимә, күҙемә,
Ышанһана әйткән һүҙемә.
Һөйләгән дә кеше һөйләй бирһен,
Тап төшөрмәм нурлы йөҙөңә.

Ишмулла Дилмөхәмәтов еще тексты


Другие названия этого текста
  • Альберт Шагиев - Сәлимәкәй (0)
  • Ишмулла Дилмөхәмәтов - Сәлимәкәй (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1