Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ишмулла Дилмөхәмәтов - Таштуғай (ҡурай) | Текст песни

Таштуғай ҙа, һинең ҡамышыңды
Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым.
Таштуғай ҙа, һинең кәкүгең юҡ,
Үҙ Уралҡайыма ҡайтайым.

Таштуғай ҙа буйы, ай, күләүек,
Күләүек тә түгел, һаҙ икән.
Һаҙҙарында һайрар ҡоштары юҡ,
Моңло ҡошҡайҙары ҡаҙ икән!

Таштуғай ҙа, һинең йылғаҡайың
Тоноп ҡына аҡҡан һыу икән.
Тоноҡ ҡына һыуҙа шәүлә сағыла,
Байғүбәгем иҫән-һау микән?

Таштуғай ҙа, һинең кәкүгең юҡ,
Һағышымды көйләп тартырға.
Урал тупраҡтары кире тарта
Таштуғайҙы ташлап ҡайтырға.

Таштуғай ҙа һыуының ҡамышын
Ҡурай ғына итеп тартайым.
Ҡоштар ғына осоп етмәҫ ергә
Биргән икән мине атайым.

Ишмулла Дилмөхәмәтов еще тексты


Другие названия этого текста
  • Ишмулла Дильмухаметов - Таштуғай (0)
  • Ишмулла Дилмөхәмәтов - Таштуғай (ҡурай) (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-