Роберт Тимербаев музыкаһы
Вәлит Илембәтов һүҙҙәре
Ғүмер үтә тиҙәр, ғүмер үтмәй,
Беҙ үтәбеҙ ғүмер юлдарын.
Артҡа ҡарап уфтанмайыҡ әле,
Үкенмәйек әле һуңынан.
Үткән, үткән инде, алға ҡарап,
Үтер юлды матур үтәйек,
Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек,
Үкенмәҫлек итеп китәйек.
Йәшлек үтә тиҙәр, йәшлек үтмәй,
Беҙ үтәбеҙ йәшлек йылдарын,
Йәшлек дәртен, һыуытмайыҡ әле,
Һүндермәйек йөрәк ҡуҙҙарын.
Үткән, үткән инде, алға ҡарап,
Үтер юлды матур үтәйек,
Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек,
Үкенмәҫлек итеп китәйек.
Йәҙкәр Ғәбдинов еще тексты
Другие названия этого текста
- Вафа Мәүлетов - Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек (0)
- Йәҙкәр Ғәбдинов - Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек (0)
- Вафа Мәүлетов - Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1