Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Йортбәков Фаиль - "Саҡырыу" (...онотормон тигән инем,онотманым-һин кәрәк!...Өндәшмәҫ тә кеүек инем, саҡырамын - һин кәрәк...Күперҙәрҙе тергеu | Текст песни

Беҙ яҙмыш - ике яңылыш,
Юлдарыбыҙ аймылыш.
Бәхетлеһең тип уйлама,
Күҙҙәремдә моң-һағыш.

Онотормон тигән инем,
Онотманым, һин кәрәк.
Мин, күрәһең, хистәремде
Йәшергәнмен төпкәрәк.

Йәшләй һөйөү - йәшел һөйөү,
Упҡын аша һикереү.
Көн булғансы янып көйөү,
Йә төңөлөп һүрелеү.

Үкенмәҫлек кеүек инек,
Үкендерә, һин кәрәк.
Аралағы күперҙәрҙе
Яндырғанбыҙ иртәрәк.

Беҙ яңылыш - ике һағыш,
Ярҙар һала аймылыш.
Ҡоштар ҙа яңғыҙ йәшәй алмай,
Ник түгелбеҙ беҙ аҡҡош.

Өндәшмәҫ тә кеүек инем,
Саҡырамын, һин кәрәк.
Күперҙәрҙе тергеҙәйек,
Донъя булыр түңәрәк.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-