Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Йәш Ҡарауан Һарай - Салауат батыр - Ай-һай Салауат | Текст песни

Сабып сығып сал быуаттар аша,
Сапсындырып суйын саптарын,
Оран һалып илгә, һай, Салауат,
Меңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Ҡушымта:
Ай-һай, Салауат, тыуған ерзең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙен уты,
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры илде тынмаҫ,
Ене алмаҫ рухын корал-дау.

Ҡушымта:
Ай-һай, Салауат, тыуған ерзең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙен уты,
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.

Сит ил дошмандары хор халҡымдың
Юлдарына купме таш өймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде,
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.

Ҡушымта:
Ай-һай, Салауат, тыуған ерзең ҡото,
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙен уты,
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны,
Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3
Видео
Нет видео
-