Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Йыртҡыс - Ике йөрәк | Текст песни

Ике йондоҙ ике йөрәк
Йондоҙ яна йөрәк тибә
Ошо төштә кеүек зинһар
Йылмай миңә һин һылыуҡай
Эй һылыуҡай, серле һылыуҡай
Йылмай миңә һин һылыуҡай
Эй һылыуҡай, серле һылыуҡай

Сикәләрең ҡыҙаралыр әле
Ошо минуттарҙа ҡытыҡлай йөрәгеңде
Был һүҙҙәрҙе һиңә яҙам
Мин ҡыҙарам оялам әҙерәк
Күргән саҡта ундай матурлыҡты Е
Күҙҙәрҙе төшөрәм аҫҡа
Ҡараңғы төн бүлмәлә яңғыҙ мин ләкин
Һинең турала уйҙар менән кил тип әйтке килә
Тик һине фәрештәләр бәүел итә
Тәмле итеп йоҡлайһың миндә булғым килә шул әкиәттә
Яратам бөтә донъя йоҡоға талғанда
Тыныслыҡ менән бергә икәү генә ҡалғанда
Беләм ошо йыр тыуғанда хистәр ҡағыҙ битенә ятҡанда
Һиҙәм тәмле төшөмдә миңә йылмайғаңға
Ошо бәләкәй генә шатлыҡтан миндә йыһанда
Йондоҙҙар атыла минең һөйөү осҡоны уларҙан көслөрәк
Хистәр тиҙ һүнмәй улар ғүмере оҙонораҡ
Бөтә күк йөҙө ғашиҡ һиңә минең өсөн һорай йылмай

Припев:

Ике йондоҙ ике йөрәк
Йондоҙ яна йөрәк тибә
Ошо төштә кеүек зинһар
Йылмай миңә һин һылыуҡай
Эй һылыуҡай, серле һылыуҡай
Йылмай миңә һин һылыуҡай
Эй һылыуҡай, серле һылыуҡай
(Йылмай һылыуҡай)

Йәйге сихри төн беҙҙе осраштыра
Йетәкләйем һине торабыҙ ҡара ҡаршы
Әйтерһеңдә ғашиҡтарҙы ҡош юлы тоташтыра
Мөғжизәләр көнө бөгөн хыялдар тормошҡа аша
Күккә ҡарайбыҙ беҙ икебеҙ генә түгел
Меңләгән йондоҙҙар йылмайалар ай менән
Шул ваҡыт ҡыуанып ике йондоҙға төрөтөп күрһәттең
Беҙгә күҙ ҡыҫып иң сағылыу балҡыйҙар ине
Һеҙ бәхетлеме тип беҙҙән ай һораша
Тыныс ҡына башты ҡағабыҙ ә ул шатлана
Шундай сихри төндә сихри йөрәктә хистәр
Ике йондоҙ хәҙер ғашиҡтар йондоҙо тип атала
Ай менән йондоҙҙар оҙаҡ торғас һау буллаша
Мин иҫләрмен мәңге ошо серле төндө
Зинһар ҡалығыҙ тағы әҙерәк тип өндәшәм
Ләкин улар тыңламай ҡаршы алабыҙ ҡояшлы көндө

Припев:

Ике йондоҙ ике йөрәк
Йондоҙ яна йөрәк тибә
Ошо төштә кеүек зинһар
Йылмай миңә һин һылыуҡай
Эй һылыуҡай, серле һылыуҡай
Йылмай миң

Йыртҡыс еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 5