Бер тулҡында йөҙә акула, дельфин
Бер тулҡында йөҙә шулай уҡ беҙҙең Хамитов, Путин.
Күпме ғәйбәт булһа ла, ҡолағым минең тулһа ла,
Мин әйтмәйем ошо тулҡында йөҙә тип Мортаза Рәхим.
Бер тулҡында, кем яҙа уйын ҡағыҙға
Һәм уҡый шуны технично халыҡҡа.
Буйында күлдең тота балыҡ Хәйбулла, Сәйфулла менән
Таң һайын бер тулҡында.
Ә йылы яҡта чиновник чика менән беҙҙең аҡсаға
Бер тулҡында ихласланым таҡта шыуа.
Башыма бер тулҡында әллә нисә уй
Килә бер туҡтауһыҙ ошо темаға, сөнки шул
Тиклем ҡыйын, өс көн буйы баш ваттым, минус таптым
Минең менән бер тулҡындағы оппонент тыңлаһын.
Ике киң ыштан Ишҡолдан көслө тулҡын
Батлда финалға сығасаҡ , аминь булһын
Бер тулҡында йөҙә кемдең оҡшаш булмышы,
Йәшәйеш ҡылығы, маҡсаты йәки хыялы.
Ә һин, егет , ниндәй тулҡындан ағаң ?
Һәм ҡасан? ҡайҙа? ниндәй ярға сығаһың?
Каsл еще тексты
Другие названия этого текста
- Каsл - Бер тулҡында ( 2 раунд. БАШБАРМАҠ ) (0)
- Касл - Бер тулҡында (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1