Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

карауанһарай - Ел ерәнем | Текст песни

Pesni.guru - сайт для Гуру

Заһир Исмәғилев көйө
Нәжип Иҙелбай һүҙҙәре

Ел ерәнем егетемде
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел яуҙа ла
Гел икәү булдыҡ бергә.
Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй.

Менгән атым – уң ҡанатым,
hин батыр егет күрке, hай!
hинең менән елдә елгән
Батыр егет – ил күрке.
Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй.

Ҡолон саҡтан татыу үҫтек
Ирәндек итәгендә.
Ил саҡырғас, яуға киттек
Йәмле йәй иртәhендә.
Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй.

Менгән атым – уң ҡанатым,
hин батыр егет күрке, hай!
hинең менән утка ингән
Батыр егет – ил күрке.
Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй.

Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-hау,
Яуыз дошманды еңеп.
hинең даның, Ирәндек тау,
Ерәнсәй менән егет.
Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй.

Менгән атым – уң ҡанатым,
hин батыр егет күрке, hай!
hинең менән яуҙа еңгән
Батыр егет – ил күрке.
Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-