Нәжип Иҙелбай һүҙҙәре,
Заһир Исмәғилев көйө
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел, яуҙа ла
Гел икәү булдыҡ бергә.
Менгән атым – Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән елдәй елгән
Батыр егет – ил күрке.
Ҡолон саҡтан татыу үҫтек
Ирәндек итәгендә.
Ил саҡырғас, яуға киттек
Йәмле йәй иртәһендә.
Менгән атым – Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән утҡа ингән
Батыр егет – ил күрке.
Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-һау,
Яуҙа дошманды еңеп.
Һинең даның, Ирәндектау, –
Ерәнсәй менән егет.
Менгән атым – Уң ҡанатым,
Һин батыр егет күрке, һай!..
Һинең менән Яуҙа еңгән
Батыр егет – ил күрке!
Каруан Һарай (Рәсүл Ҡарабулатов) еще тексты
Другие названия этого текста
- Каруан һарай (Илфак Смаков, Иҙрис Ғәзиев) - Ел, ерәнем /минус/ (0)
- Илфак Смаков (Иҙрис Ғәзиев, Каруан һарай) - Ел, ерәнем /минус/ (0)
- Каруан Һарай (Рәсүл Ҡарабулатов) - Ел, ерәнем (0)
- Илфак Смаков (Каруан һарай (Рәсүл Ҡарабулатов), Иҙрис Ғәзиев) - Ел, ерәнем /минус/ (0)
- Илфак Смаков - Ел ерәнем (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2