Хистәрем эскә һыймай, шул буламы икэн һөйөү?
Йәнем тулы моңға, хыялый кеүек йөрөу.
Тик һине генә куреу, тик һине генә көтөу,
Тормошомдоң йәмен тик һинән генә табыу.
Һин генә һин, яҙым да, ҡышым да һин,
Йөрәгемде ярыусы, ҡабат терелтеусеһе.
Һин генә һин, айҙ ҙа, ҡояшым да һин,
Уйҙарымдың хужаһы, йөрәгемдең яртыһы.
Күҙ теймәһен һөйөүгә, хоҙайҙан һорайым көн дә,
Бәхетле бул йәнем, һәр саҡ минең янымда.
Беҙ икәү бар йыһанда, һин генә лә, мин генә,
Һауа етмәй миңә һин булмаһаң янымда
Һин генә һин, яҙым да, ҡышым да һин,
Йөрәгемде ярыусы, ҡабат терелтеусеһе.
Һин генә һин, айҙ ҙа, ҡояшым да һин,
Уйҙарымдың хужаһы, йөрәгемдең яртыһы.
Хистәрем эскә һыймай, шул буламы икэн һөйөү?
Йәнем тулы моңға, хыялый кеүек йөрөу.
Гел генә бергә булайыҡ, йәнем, гел йәнәш атлайыҡ, Тормош һынау ҡуйһа, бергәләп еңеп барайыҡ.
Һин генә һин, яҙым да, ҡышым да һин,
Йөрәгемде ярыусы, ҡабат терелтеусеһе.
Һин генә һин, айҙ ҙа, ҡояшым да һин,
Уйҙарымдың хужаһы, йөрәгемдең яртыһы.
Лейла Галиева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2