Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ғәли Хәмзин - Елбер-елбер ел иҫкәндә | Текст песни

Әхмәт Ерикәй һүҙҙәре
Фәрит Хатипов көйө

Елбер-елбер ел иҫкәндә,
Тулҡын уйнай күлдәрҙә.
Иркәмде иркәләгеҙ, тип,
Үҙем ҡуштым елдәргә.

Елбер-елбер ел иҫкәндә,
Бөркән зәңгәр шәлеңде.
Иртән иҫкән яҙғы елдән
Һора минең хәлемде.

Елбер-елбер ел иҫкәндә,
Эйелә-һығыла бөҙрә тал.
Ел шикелле ҡайттым, иркәм,
Тиҙрәк сығып ҡаршы ал.

Елбер-елбер ел иҫкәндә,
Тынғы белмәй аҡ ҡайын;
Һағынып ҡайттым, кил яныма,
Кил, ҡояшым, кил, айым!..

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-