Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Лиана Идрисова - Атайға (Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәре) | Текст песни


Сабырлыҡтар юлдаш һәр саҡ һинә,
Иҙгелектәр тулы йәнеңдә.
Тормош юлың, атай,беҙгә үрнәк,
Мин бәхетле һинең яныңда.
"Атай!"- тейеп ҡосағыңа сумам,
Иркәләнәм һинән, һөйөләм.
Һин булғанға беҙҙең өй ҙә йылы,
Һинең янда рәхәт, мин беләм.
Ғүмер юлым башлағандан алып
Миңә терәк булдың, таяныс.
Атайымдың иркә ҡыҙы булып,
Йәшәүҙәре миңә ҡыуаныс.
Яҙмыш һиңә мөрхәмәтле булһын,
Айырмаһын Хоҙай һаулыҡтан.
Һөйөнөстәр генә алып килһен
Һәр көн һайын атҡан алһыу таң.
29.10.14
Ауыр уйҙарға сумғанһың
Башыңды түбән эйеп.
Бала саҡтай иркәләнеп
Яратҡым килә үбеп.
Күңел йөгөң еңеләйер,
Бүлешсе минең менән.
Башҡайыңды эйгән саҡта,
Ағарған сәсең күрәм.
Күңелеңдең бар йылыһын
Бирҙең һәр саҡта миңә.
"Атайым"- тип гел ҡәҙерләп
Өндәшеү яҙһын һиңә.
Атайымдың күңеленә
Һыйған ҡояш яҡтыһы.
Бирер инем ғүмеремдең
Һиңә атай, яртыһын
Ҡаяларҙай ныҡлы, елдәй наҙлы
Атайҙарҙың һөйөүе.
Бала өсөн иң ҙур бәхет бит ул,
Шул һөйөүҙе һиҙеүе.
Булһалар ҙа һирәк иркәләүҙәр
(Шелтәләүе күберәк),
Ауыр саҡта, һынауҙарҙа
Атайҙар ныҡлы терәк.
Йөрәгендә, тәрән күңелендә
Балаһына наҙ ята.
Минең өсөн яҡын кеше,
Иң наҙлы һүҙ: ул- атай!
Талғын ғына, ваҡ аҙымы менән,
Атай ҡайтып килә туғайҙан.
Башын түбән эйгән арыуҙанмы,
Әллә башҡа һыймаҫ уйҙарҙан?
Яйлап ҡына атай ҡайтып килә,
Туғай ҡоштарынан моң алып.
Ғүмерҙәрең үтте ауыр эштә,
Йөрөмәнең әммә зарланып.
Сабыр ғына ҡараш, тын йылмайыу,
Тик ниндәй йөк ята иңеңдә?
Был олпатлыҡ һиңә ныҡ килешә,
Ғүмер көҙеңдә лә бирешмә!

Лиана Идрисова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1