Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Лилиә Букеева - Ҡалмаһын күңелдәр аҙашып | Текст песни

Риф Арыҫлан көйө Рәмзинә Тимерова һүҙҙәре

Тағын яҙҙар килер, сыйырсыҡтар ҡайтыр,
Ояларын парлап ҡорорҙар.
Ямьле яҙға һөйөнөп, таң нурына койоноп,
Бер туҡтамай һайрап торорҙар.

Ауылдарҙы ярып, ҡаңғылдаша пары,
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр парлашып.
Уйым ғүмер теләп, ҡуймаһын кәртәләр,
Күңелдәр ҡалмаһын аҙашып.

Гөрләүектәр ағыр, ер киң һулыш алыр,
Умырзая һуҙар һабағын.
Ел-дауылдар өйҙән, диңгез-тауҙар киҫер,
Ҡуҙғатыр хистәрҙе һағыш-моң.

Ауылдарҙы ярып, ҡаңғылдаша пары,
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр парлашып.
Уйым ғүмер теләп, ҡуймаһын кәртәләр,
Күңелдәр ҡалмаһын аҙашып.

Лилиә Букеева еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3