Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Лилиә Ишемйәрова - Өс егет | Текст песни

Наил Ғәлиев (Николай Голов) көйө
Шәриф Бикҡол шиғыры

Өс егет, өс егет,
Өс егет йөрөй артымдан,
Уләм тип, һөйәм тип,
Алам тигән сәм менән:
Береһе – йәп-йәш,
Береһе – тәпәш,
Береһе – йәп-йәш,
Береһе – тәпәш,
Береһе – пеләш, әйгенәм!

Шағыр ҙа шоғор ҙа
Шағыр ҙа шоғор ҡапҡабыҙ
Асыла, ябыла,
Асыла ла ябыла:
Береһе – килә,
Береһе – китә,
Береһе – килә,
Береһе – китә,
Береһе – көтә тағы ла.

Өсәүләп, өсәүләп,
Өсәүләп бүләк ташыйҙар,
Ҡаршы алам, ҡаршы алам,
Ҡаршы алам өлтөрәп:
Береһе – таҫма,
Береһе – алма,
Береһе – таҫма,
Береһе – алма,
Береһе – алҡа килтерә.

Хәҙергә, хәҙергә,
Хәҙергә йөрөп торһондар
Һуңынан, һуңынан,
Инде рәтен табырмын:
Береһен – яйлап,
Береһен – майлап,
Береһен – яйлап,
Береһен – майлап,
Береһен – һайлап алырмын.

Лилиә Ишемйәрова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1