1.
Ауыр уйҙарға сумһаң,
Ѳмѳт тотор ҡулыңдан.
Яҡшылыҡҡа юлланып,
Изге юлдан барайыҡ,
Бəхет, шатлыҡ табайыҡ,
Донъя – киң сəхрə,
Тормош ҡəҙерен аңлайыҡ.
Ҡушымта:
Доға ҡылайыҡ – бəхет китмəһен,
Доға ҡылайыҡ – ѳмѳт китмəһен беҙҙəн,
Доға ҡылайыҡ – шатлыҡ китмəһен,
Доға ҡылайыҡ – иман китмəһен беҙҙəн.
Тормош бəрəкəттəр бирһен,
Инсаф тəүфиҡтарын бирһен,
Иман ожмахтарын бирһен,
Янъял ҡупмаһын.
Барлыҡ енəйəттəр китһен,
Аҡыл, саф тойғолар бирһен,
Тормош гүзəллеге артһын,
Яңы таң атһын.
2.
Яҡшы-яман һəр бəндə
Йəндəре иҫəн саҡта,
Хаҡ юлдарҙан китмəһəк,
Ғəйеп булыр тормошта.
Кемдер сəхрəлə йѳрѳр,
Кемдер гѳл-баҡсала,
Һəр кем тəҡдирен күрер.
Ҡушымта:
3.
Ҡул тотоп бергə,
Йѳҙ тулып нурға
Доға ҡылайыҡ,
Өмөт китмəһен беҙҙəн.
Тормош бəрəкəттəр бирһен,
Инсаф тəүфиҡтарын бирһен,
Иман ожмахтарын бирһен,
Янъял ҡупмаһын.
Барлыҡ енəйəттəр китһен,
Аҡыл, саф тойғолар бирһен,
Тормош гүзəллеге артһын,
Яңы таң атһын.
Лилия Динисламова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2